05:30 (UTC+5), 29 Мая 2018

УЕФА комиссияһы Өфөнөң «Нефтсе» стадионын тикшерҙе

«Өфө» футбол клубы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Был йәй Башҡортостандың баш ҡалаһына Европа футболы килә. 19 июндә «Өфө» футбол клубы һайлап алыу турында үҙенең беренсе ярышташын белә. 28 майҙа Өфөнөң «Нефтсе» стадионын УЕФА комиссияһы тикшерҙе. Уның составында майҙандарҙы тикшереү буйынса комитет ағзаһы Арно Саргсян һәм Рәсәй футбол союзы вәкиле Иван Цитович.
«Комиссия стадион инфраструктураһын, аренаны ҡараны, эргә-тирә биләмә менән танышты һәм УЕФА өсөн тулы отчет төҙөнө», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан командаһының матбуғат хеҙмәтендә.
Шулай уҡ Саргсян «Өфө» футбол клубы бүлексәләре менән кәңәшмә үткәрҙе һәм еврокубок матчтарын ҡабул итергә ниәтләнгән стадиондарға ҡарата талаптар хаҡында һөйләне.
Алдан клубтың генераль директоры Шамил Ғәзизов «Өфө» Европа лигаһын ҡабул итергә тулыһынса әҙер тип белдергәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1165303-komissiya-uefa-proverila-ufimskiy-stadion-neftyanik-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика