Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
15+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Май 2018, 15:03
Республика спортсылары ҡаяға үрмәләү буйынса Европа беренселегенән алтын һәм көмөш миҙалдар менән ҡайтты
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Австрияның Имста ҡалаһында ҡаяға үрмәләү буйынса Еропа беренселегt уҙҙы. Ике яҡташыбыҙ миҙалдар менән ҡайтты. Алмаз Нагаев «Өлкән үҫмерҙәр» йәш категорияһында – алтын, Эдуард Даукаев көмөш миҙал яуланы.
Рәсәй ҡаяға үрмәләүселәренең иҫәбендә бөтәһе 11 миҙал. Европа ярыштарында Башҡортостан спортсыһы Камила Ҡушаева ла ҡатнашты. Ҡыҙ беренселекте 10-сы урында тамамланы.
«Спортсылар 7-19 августа Мәскәүҙә донъя беренселегендә сығыш яһай», — тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1165137-zoloto-i-serebro-privezli-bashkirskie-sportsmeny-s-pervenstva-evropy-po-skalolazaniyu/
Теги:
ҡаяға үрмәләү
спорт
башҡортостан
Читайте нас: