05:00 (UTC+5), 25 Мая 2018

Республиканың яңы футбол стадионы төҙөү мөмкинлеге бар – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында «Совет спорты» студияһында булды һәм «Өфө» футбол клубының Европа лигаһына сығыуынан һуң Башҡортостанға яңы стадион кәрәклеге хаҡында хәбәр итте.
«Үҙебеҙ өсөн көтмәҫтән Премьер-лигаға сыҡҡас стадион хәстәрләй башланыҡ. Тәүге эш – «Нефтсе» стадионын яңыса ҡороу. Беҙҙе бөгөн был арена ҡәнәғәтләндермәй. Беҙгә яңы, ыҡсым стадион төҙөргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ул 40, 30 һәм хатта 20 мең дә түгел – яҡынса 15-17 мең кешелек буласаҡ. Беҙгә елдән, ҡарҙан, һыуыҡтан һаҡланырға кәрәк. Скандинавия илдәрендә шундайҙар 3-4 миллиард һумлап торғанын беләбеҙ, республиканың бындай мөмкинлеге бар. Был эште 3-4 йылда атҡара алырбыҙ тип ышанам».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Өфө» футбол клубы был миҙгелде Рәсәй футбол Премьер-лигаһының алтынсы баҫҡысында тамамланы һәм үҙенә Европа кубогы зонаһында урын алды. Әлеге мәлдә баш ҡала командаһы үҙендәге матчтарҙы «Нефтсе» стадионында уҙғара, уға 15 мең тамашасы һыя.
http://www.bashinform.ru/news/1163660-respublika-mozhet-sebe-pozvolit-postroit-novyy-futbolnyy-stadion-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика