08:45 (UTC+5), 24 Мая 2018

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Нина Мозер менән республикалағы боҙ ареналарының һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы тикшерҙе

Олег Яровиков
Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Кисә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов фигуралы шыуыу буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Нина Мозер менән осрашты. Төбәктә булған һәм төҙөлөп ятҡан боҙ ареналарының һөҙөмтәлелеген күтәреү, ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн спорт әҙерлеген камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Республиканың баш ҡалаһына Нина Мозер төбәк етәксеһенең саҡырыуы буйынса килде. Рөстәм Хәмитов танылған белгескә граждандарҙы ҡабул иткән саҡта боҙ спортын үҫтереү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы президенты Сергей Трофимец менән республикалағы спорт комплекстарының оптималь эшләү мәсьәләләрен тикшереү йомғаҡтары буйынса мөрәжәғәт итте.
Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры «Өфө-Арена» универсаль спорт аренаһында, ҡала Спорт һарайында, «Биатлон» спорт-сәләмәтләндереү комплексында, тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы махсуслаштырылған балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, шулай уҡ шорт-трек буйынса төҙөлөп ятҡан әҙерлек үҙәгендә һәм боҙ аренаһы менән заманса физкультура-сәләмәтләндереү үҙәге төҙөргә күҙалланған биләмәлә булды.
- Мин күргәндең барыһы ла бик яҡшы. Сифат һәм тулылығы буйынса һеҙҙә ошондай иҫ киткес объекттар булыуы һәйбәт, – тине Нина Мозер. – Кешеләрҙең бында булған нәмәләргә хәстәрлек менән ҡарағанын аңлайым.
Осрашыу барышында тренер спорт объекттарында булғанда һуң алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм уларҙың эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса тәҡдимдәр әйтте.
- Сәфәремдең төп маҡсаты – ул фигуралы шыуыу, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорттағы мөмкинлектәрҙе үҫтереү. Республика үҫешһен һәм спорт дисциплинарында, шул иҫәптән фигуралы шыуыуҙа иң юғары урындарға дәғүә итә алһын өсөн. Бөгөн республикала нимә барлығын күрер өсөн килдем. Хәҙер ошо һырғалаҡтарҙы, үҫеш мөмкинлектәрен – ҡайҙа ниндәй спорт төрҙәре үҫешә алғанын ентекләп өйрәндек, – тине Нина Мозер. – Төбәк етәксеһенә бөгөнгө көнгә республикала спорт өсөн шунса һәйбәт нәмә эшләгәне өсөн рәхмәт әйттем. Беҙ һырғалаҡтарҙа, тау саңғыһы мәктәбендә, биатлон трассаһында булдыҡ. Бөгөнгө көнгә эшләнгәндең барыһы ла – ул чемпиондар тәрбиәләүгә лайыҡ халыҡ-ара кимәлдәге уникаль объекттар.
http://www.bashinform.ru/news/1162940-rustem-khamitov-obsudil-povyshenie-effektivnosti-ledovykh-aren-respubliki-s-zasluzhennym-trenerom-ro/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика