09:35 (UTC+5), 23 Май 2018

«Салауат Юлаев» хоккей клубын Ярославлдең «Локомотив» командаһы һөжүм итеүсеһе тулыландырҙы

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы Ярославлдең «Локомотив» командаһы һөжүм итеүсеһе Александр Кадейкин менән килешеү төҙөнө. 23 йәшлек форвард Башҡортостандың баш ҡалаһына аҡсалата компенсация һәм бөгөн Америка хоккей лигаһында «Гранд Репидз Гриффинз» өсөн сығыш яһаусы Чехия һаҡсыһы Филип Гронектың урынына килде. Өфө һәм Ярославль араһындағы килешеү хаҡында «Салауат Юлаев» хоккей клубының рәсми сайтында хәбәр ителә.
«Күсеүҙе яңы саҡырыу булараҡ баһалайым һәм мин бик дәртләнгәнмен. Хәҙер иң мөһиме үҙемде күрһәтергә һәм составта урын яуларға. Көнсығыш һәм көнбайыш уйын стиле буйынса айырыла һәм үҙеңде көнсығышта, унан бигерәк «Салауат Юлаев» кеүек уйнаусы командала һынап ҡарау бик ҡыҙыҡ», — тип Кадейкиндың телмәренән өҙөмтә килтерә Өфө клубының матбуғат хеҙмәте.
Билдәләп үтергә кәрәк, Александр Кадейкин уйын карьераһын Мәскәү өлкәһенең «Атлант» клубында башлай, һуңынан Петербургтың СКА-һы өсөн сығыш яһай. Континенталь хоккей лигаһының һуңғы ике миҙгелендә форвард «Локомотив»та уҙғарҙы.  
http://www.bashinform.ru/news/1162369-sostav-khk-salavat-yulaev-popolnil-napadayushchiy-yaroslavskogo-lokomotiva/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика