11:01 (UTC+5), 15 Мая 2018

Республика көрәшселәре грек-рим көрәше буйынса бөтә Рәсәй ярыштарында 11 миҙал яуланы

Башҡортостандың Грек-рим көрәше федерацияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан көрәшселәре Әлмәттә грек-рим көрәше буйынса бөтә Рәсәй ярыштарында 11 миҙал яуланы. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Саранск, Ульяновск, Пермь крайынан, биш өлкәнән һәм өс республиканан 240 спортсы ҡатнашты. Улар  – Рәсәй, Европа, донъя чемпиондары һәм призерҙары. Башҡортостандан 20-нән ашыу спортсы сығыш яһаны.
Ярыштар өлкәндәр һәм 2001-2002 йылғы йәштәр араһында 10 ауырлыҡ категорияларында уҙҙы, тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Грек-рим көрәше федерацияһының матбуғат секретары Елена Ледяйкина.
Турнир йомғаҡтары буйынса өлкәндәр араһында — Фәдис Вәлитов (72 килограмм), Ислам Опиев (77 килограмм), Азамат Бикбаев (87 килограмм), йәштәр араһында Александр Ефимов (80 килограмм) еңеүсе булды. Көмөш призерҙар иҫәбендә — Никита Криницин (51 килограмм), Владислав Панков (80 килограмм), Әмир Йыһаншин (71килограмм), Азат Насипов (65 килограмм), Адель Шәйхивәлиев (60 килограмм). Александр Чегодаев (55 килограмм) һәм Эдуард Фәйезов (65 килограмм) бронза миҙалдар алды.
http://www.bashinform.ru/news/1157889-11-medaley-zavoevali-bashkirskie-bortsy-na-vserossiyskikh-sorevnovaniyakh-po-greko-rimskoy-borbe-/        
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика