04:35 (UTC+5), 14 Мая 2018

Эльбрус Ниғмәтуллин тәүгә Өфөлә «Башҡортостан батыры» бәһлеүәндәр бәйгеһе уҙғарҙы

Илнур Ибраһимов
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә тәүгә күренекле бәһлеүән Эльбрус Ниғмәтуллиндың башланғысы буйынса «Башҡортостан батыры» бәһлеүәндәр бәйгеһе уҙҙы.
Көс экстримы буйынса мәҙәни-спорт байрамы 12 майҙа Ҡунаҡхана алдындағы майҙанда үтте. Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән абсолют ауырлыҡ категорияһында 13 иң көслө атлет килде.
Байрам программаһында лог-лифт (120 килограмм ауырлыҡтағы бүрәнәне 60 секундта ҡабат-ҡабат күтәреү), тракк пулл (ун тонналыҡ йөк машинаһын 25 метр арауыҡҡа ваҡытҡа һөйрәү), автомобиль тартыу (1500 килограм ауырлыҡтан) кеүек көс спорт төрҙәре булды. Ғәҙәттәге ярыштарҙан тыш, сара программаһына традицион башҡорт ярыштары инде. Атап әйткәндә, стронгмендар 25 килограмм ауырлыҡтағы боронғо башҡорт ҡоралы суҡмар ырғытыуҙа көс һынашты.
Еңеүселәр иң күп мәрәйҙәр буйынса билдәләнде.
Турнирҙы ойоштороусылар – пауэрлифтинг һәм армреслинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылғы «Ер шарының иң көслө кешеһе» ярышы вице-чемпионы, дүрт тапҡыр «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» еңеүсеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, Өфө ҡалаһы хакимиәте.
http://www.bashinform.ru/news/1156559-elbrus-nigmatullin-vpervye-v-ufe-provel-turnir-silachey-batyr-bashkortostana-/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика