11:47 (UTC+5), 04 Мая 2018

Башҡортостан рапирасыһы Германияла Донъя кубогында «алтын» яуланы

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостан фехтование мәктәбенең ике тәрбиәләнеүсеһе Анастасия Иванова һәм Аделина Заһиҙуллина Германияның Таубербишофсхайм ҡалаһында Донъя кубогы этабында сығыш яһаны. Шәхси иҫәптә ҡыҙҙар уңышҡа өлгәшә алманы.
«Анастасия Иванова Элизабета Бьянчиндан (Италия) 15:7 иҫәбенә еңелде, ә Аделина Заһиҙуллина, беренсе раундты үтеп, Изаора Тибуҙан (Франция) ҡалышты – 15:11», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ләкин Аделина Заһиҙуллина Инна Дериглазова, Марта Мартьянова һәм Светлана Трипанина менән бергә команда турнирында алтын миҙал яулап, почет пьедесталының беренсе баҫҡысына күтәрелде. Рәсәйҙәр Австрия (45:27), Венгрия (45:22), АҠШ(45:37) һәм Италия (45:36) рапирасыларын уҙып китте.
http://www.bashinform.ru/news/1153295-bashkirskaya-rapiristka-zavoevala-zoloto-nemetskogo-etapa-kubka-mira/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика