17:06 (UTC+5), 03 Май 2018

«Салауат Юлаев» хоккей клубы Юғары хоккей лигаһы һаҡсылары араһында иң яҡшы бомбардир менән килешеү төҙөнө

«Динамо» хоккей клубы, Санкт-Петербург
«Динамо» хоккей клубы, Санкт-Петербург
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Салауат Юлаев» хоккей клубы Континенталь хоккей лигаһының 10-сы миҙгелен рәсми рәүештә тамамлағандан һуң әүҙем трансфер сәйәсәтен алып бара. Ошо көндәрҙә Өфө командаһы Юғары хоккей лигаһы һаҡсылары араһында иң яҡшы бомбардир Илья Назаревич менән контрактҡа ҡул ҡуйылыуы тураһында хәбәр итте. Хеҙмәт килешеүе бер йылға иҫәпләнгән.
25 йәшлек һаҡсы һуңғы ике миҙгелдә Санкт-Петербургтың «Динамо» клубы өсөн сығыш яһаны. Бынан алда Назаревич Белоруссия клубтары, Ижевск, Ҡурған, Воскресенск һәм Воронеж командалары төҫөн яҡланы. Хоккейсының ҡаҙаныштары араһында 2018 йылда яуланған Братина кубогы бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда «Салауат Юлаев» фин ҡапҡасыһы Юха Метсола, форвардтар Павел Шэн, Владимир Жарков, Дмитрий Кугрышев, Петр Хохряков, Никита Ли, һаҡсылар Сергей Терещенко һәм Марк Рубинчик менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Александр Логинов, Дмитрий Саюстов «юлаевсылар» араһынан төшөп ҡалды.
http://www.bashinform.ru/news/1152674-khk-salavat-yulaev-podpisal-kontrakt-s-luchshim-bombardirom-sredi-zashchitnikov-vkhl/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика