ӨФӨ, 2018 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 12 майҙа Өфөлә Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда тәүге тапҡыр көс экстримы буйынса «Башҡортостан батыры»
мәҙәни-спорт байрамы ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 12 көслө атлет килә.