Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Апрель 2018, 13:46
Өфөнөң «Толпар»ы «Йәштәр яҙғы Кубогы»н яуланы
«Салауат Юлаев» хоккей клубы
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Йәштәр яҙғы Кубогы-2018» өсөн Йәштәр хоккей лигаһынан дүрт команда көрәште. Матчтар Өфө Спорт һарайы боҙонда уҙҙы. Башҡортостандың баш ҡалаһында урындағы «Толпар», Екатеринбургтың «Авто», Нефтекаманың «Батыр» һәм Ҡазандың «Ирбис» клубтары уйнаны.
Һөҙөмтәлә төп трофей Өфөлә ҡалды: «толпарҙар» старт уйындарында «Авто» һәм «Ирбис» командаларын еңде, ә аҙаҡҡы осрашыуҙа Нефтекаманың боҙ дружинаһынан ҡалышты.
Турнир таблицаһы:
1. «Толпар» — 6 мәрәй;
2. «Ирбис» — 6 мәрәй;
3. «Батыр» — 4 мәрәй;
4. «Авто» — 3 мәрәй.
http://www.bashinform.ru/news/1151634-ufimskiy-tolpar-vyigral-molodezhnyy-vesenniy-kubok-2018/
Теги:
өфө
толпар
йәштәр яҙғы кубогы-2018
Читайте нас: