12:50 (UTC+5), 25 Апреля 2018

Сәскәләр һәм хуплау һүҙҙәре менән: «Өфө» аэропортында Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы еңеүселәрен — «Ағиҙел» командаһын ҡаршы алдылар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рауза гөлләмәләре, хлопушкалар һәм хуплау һүҙҙәре. Көйәрмәндәр «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһын ошолай ҡаршы алды. Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы еңеүселәре баш ҡалабыҙға 25 апрелдә көндөҙ ҡайтып төштө. Аэропорттың вокзал яны майҙанында уларҙы сюрприз көтә ине.
«Был ҡыуаныслы хәл! — тине «Ағиҙел» ҡапҡасыһы Анна Пругова. — Беҙҙе шулай ҡаршы алырҙар тип көтмәгәйнек. Ҙур рәхмәт! Бик шатбыҙ. Беләһегеҙме, был яңы еңеүҙәргә илһамландыра!».
Көйәрмәндәр Башҡортостандың баш ҡалаһына килтерелгән трофейға ҡағылып ҡына ҡалманы, яңы чемпиондар һәм «Ағиҙел»дең тренерҙар штабы менән фотоға ла төштө.
«Был минең өсөн чемпионаттың өсөнсө «алтын»ы. Быйылғыһы Өфө өсөн тәүге булыуы менән үҙенсәлекле. «Ағиҙел» - минең өсөн тыуған команда. Тап шуға ла мин бында оҙаҡҡа ҡалырға теләйем», — тип белдерҙе Өфө клубы форварды Ольга Сосина.
«Ағиҙел»дең баш тренеры Денис Афиногенов һүҙҙәренсә, еңеүсе команданың сере ябай — ҙур эш.
«Плей-офта ҡыҙҙар тупланды, бер бөтөнгә әүерелде. Беҙ башҡа тренерҙар менән уларҙы күмәкләп тә, айырым да саҡырҙыҡ. Улар барыһын да аңланы, ҡамасауларға ғына ярамай ине, — тине Денис Афиногенов. — Был беҙҙең өсөн генә түгел, Өфө һәм Башҡортостан өсөн дә ҙур бүләк».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 апрелдә тарихта тәүге тапҡыр Өфөнөң «Ағиҙел» командаһы ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса Рәсәй чемпионатында алтын миҙалдар яуланы һәм республиканың баш ҡалаһына Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын алып ҡайтты. Хоккейсыларҙы оло еңеүҙәре менән тәүгеләрҙән булып төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы. Ошо көндәрҙә команда тулы составта республика етәксеһе менән осраша.
http://www.bashinform.ru/news/1150014-s-tsvetami-i-slovami-podderzhki-v-aeroportu-ufa-vstretili-pobediteley-zhkhl-komandu-agidel/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика