Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.08
-0.88
14+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Апрель 2018, 11:50
«Нуримандың 23 сәғәте-2018» трофи-рейды: Рәсәй чемпионатының рейтинг этабы Башҡортостанда үтә
Башҡортостандың Автоспорт федерацияһы
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 5-6 майҙа Башҡортостан уникаль автоспорт ваҡиғаһын – «Нуримандың 23 сәғәте» уҙышын ҡабул итә. Был трофи-рейд 2018 йылғы Рәсәй чемпионатының рейтинг этабы була.
Тамашасыларҙы һәм автоспортты үҙ итеүселәрҙе Нуриман районының Красный ключ ҡасабаһында көтәләр. Йүнәлеш – «Әкиәт» ял базаһы. Был юлы уҙыш спорт туризмы буйынса ярыштар менән бергә үтә, тип хәбәр итә Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
«Ярыштарға махсус юлһыҙлыҡ шарттарына әҙерләгән тулы күсергесле автомобилдәр генә түгел, ә бөтә ерҙән үтә алған машиналар, коляскалы мотоциклдар сыға», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Уҙыш 5 майҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана, ә көндөҙгө сәғәт 2-лә спорт туризмы буйынса ярыштар старт ала.
http://www.bashinform.ru/news/1149773-trofi-reyd-23-chasa-nurimana-2018-reytingovyy-etap-chempionata-rossii-proydet-v-bashkirii-/
Автор:
Наталья Овчарук
Теги:
автоспорт
трофи-рейд
Читайте нас: