04:00 (UTC+5), 24 Апреля 2018

Рөстәм Хәмитов «Ағиҙел» хоккей командаһы уйынсыларын һәм тренерҙарын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогы финалында еңеүе менән ҡотланы

«Салауат Юлаев» хоккей клубы сайты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Ағиҙел» хоккей командаһының өлкән тренеры Денис Афиногенов менән телефон аша әңгәмәлә уйынсыларҙы һәм тренерҙар штабын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогы финалында ышаныслы еңеүе менән ҡотланы.
Республика етәксеһе Өфө ҡыҙҙарының миҙгел буйына яйға һалынған уйынын билдәләне һәм командаға яҡшы эштәре өсөн рәхмәт әйтте. Уның һүҙҙәренсә, кисәнге матч ысынлап та – ҡыҙыҡлы һәм хәрәкәтсән, ә һөҙөмтә законға ярашлы килеп сыҡты. Рөстәм Хәмитов команданы улар Мәскәү өлкәһенән әйләнеп ҡайтҡас шәхсән ҡотлаясағы хаҡында айырып әйтте.
Үҙ сиратында Денис Афиногенов республика Башлығына йылы һүҙҙәре һәм миҙгел дауамында булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт әйтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ағиҙел» хоккей командаһы финал серияһында өсөнсө еңеү яуланы һәм үҙ тарихында тәүгә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яуланы һәм Рәсәй чемпионы булды. Мәскәү өлкәһенең «Торнадо»һына ҡаршы матч Дмитровта өфөләр файҙаһына 4:1 иҫәбенә тамамланды. Серияла аҙаҡҡы иҫәп – 3:0.
http://www.bashinform.ru/news/1148953-rustem-khamitov-pozdravil-igrokov-i-trenerov-khokkeynoy-komandy-agidel-s-pobedoy-v-finale-kubka-zhkh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика