Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
15+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Апрель 2018, 09:20
Республиканан йәш самбосы – Европа чемпионаты еңеүсеһе
Туймазы районы хакимиәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Прагала самбо буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Рәсәй йыйылмаһында Туймазы ҡалаһының спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Лилиана Сәлимйәнова сығыш яһаны, ул алтын миҙал яуланы.
Лилиана самбо менән 11 йәштән шөғөлләнә. Ул донъя беренселегендә лә еңеү яулаған. Йәш спортсы дөрөҫ маҡсат ҡуйғанда һәм үҙ хыялыңды билдәләгәндә мотлаҡ уға киләһең тип ышана. Хәҙер спортсы Грузияла үтәсәк донъя беренселегендә юниорҙар төркөмөндө ҡатнашырға әҙерләнә, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1146931-yunaya-sambistka-iz-bashkirii-pobeditel-chempionata-evropy/
Автор:
Әлим Фәйезов
Теги:
самбо
европа чемпионаты
Читайте нас: