10:00 (UTC+5), 20 Апреля 2018

Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы һәм «Салауат Юлаев» хоккей командаһы киләсәге хаҡында

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» барышында футбол көйәрмәндәре Рөстәм Хәмитовҡа видеоһорау бирә алды. Уларҙы киләһе ҡыҙыҡһындырҙы: «Өфө» футбол клубы Рәсәй чемпионатында лайыҡлы урын алһа, Башҡортостандың баш ҡалаһы Европа лигалары уҙғара алырмы? Республика бындай йөкләмәләрҙе күтәрергә әҙерме?».
«Өфө» футбол клубы һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубы, «Урал» волейбол клубы һәм гандбол клубтары, ҡатын-ҡыҙҙар волейболы – мөһим миссия башҡара: улар республикабыҙҙы танытыу, спорт республикаһы имиджы йәһәтенән алға ебәрә һәм беҙ Башҡортостанда професиональ спорт үҫеше өсөн аҡса йәлләмәйбеҙ. Әлбиттә, проблемалар ҙа килеп тыуа, әммә шул уҡ ваҡытта уңыштар ҙа бар, — тине төбәк Башлығы. — Футбол клубы яңыраҡ ойошторолдо, ә хәҙер Рәсәй чемпионатында алтынсы урында килә. Бер кем дә бындай юғары һөҙөмтәләрҙе күҙ алдына килтерә алманы. Команда һәйбәт уйнай. Тренер йәш, амбициялы, барыһы ла килеп сыға. Клуб лайыҡлы урын алһа һәм Европа кубогына эләкһә, әлбиттә, был мачтарҙы ҙур ҡыуаныс менән үткәрербеҙ һәм бындай уйынды Өфөлә уҙғарыр өсөн бөтә шарттар булдырырбыҙ».
Хоккей клубы хаҡында һүҙ йөрөткәндә, Рөстәм Хәмитов үҙгәрештәр көтөлөүен әйтте. Командала яңы тренер, ул йәш, дәртле. Ул уңышҡа өлгәшергә теләй.
«Беҙгә футболдағы кеүек егеттәр бер-береһе өсөн уйнаған һәм команда рухы булған ысын команда булдыраһы килә, — тип билдәләне республика Башлығы. — Һуңғы ваҡытта хоккейҙа төрлө сәбәптәр арҡалы эш хаҡы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра башланы, ә һөҙөмтәләр икенсе планға күсте. Беҙгә бында бизнесмендар кәрәкмәй, беҙгә хоккейсылар, республика, ҡала, команда намыҫын яҡлаясаҡ һәм уңышҡа өлгәшәсәк егеттәр кәрәк. Финанслау – һәйбәт, яҡшы һөҙөмтә булһын өсөн мөмкинлектәр бар. Күнекмәләр, уйындар уҙғарыу өсөн шарттар бик яҡшы. Яуаплылыҡ талап ителә. Көйәрмәндәр, тренерҙар коллективы, власть һәм финанс структуралары менән бергәләп уңышҡа өлгәшербеҙ һәм беҙҙә ил чемпионаттары, Европа кубоктары матчтары булыр тип ышанам. «Салауат Юлаев» волейболсылар, гандболсылар һәм башҡа профессиональ спортсылар кеүек иң юғары һөҙөмтәләр күрһәтер тип ышанабыҙ».
http://www.bashinform.ru/news/1147217-rustem-khamitov-o-perspektivakh-futbolnogo-kluba-ufa-i-khokkeynoy-komande-salavat-yulaev/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика