03:15 (UTC+5), 17 Апреля 2018

Октябрьский спортсылары спорт акробатикаһы буйынса донъя беренселегендә көмөш миҙал яуланы

Октябрьский ҡалаһы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бельгияның Антверпен ҡалаһында спорт акробатикаһы буйынса донъя беренселеге тамамланды. Унда 34 ил акробаттары ҡатнашты. Ярыштарҙа Рәсәйҙән һәм Башҡортостандан Октябрьский ҡалаһынан Анастасия Чаганова һәм Никита Игнатьев сығыш яһаны. Улар көмөш миҙалдар яуланы.
Спортсылар тренерҙар Олеся Муллағәлиева һәм Артем Дергунов етәкселегендә Александр Дергунов исемендәге Спорт акробатикаһы федерацияһында шөғөлләнә. Икәүләп бергә дүрт йыл шөғөлләнәләр һәм сығыш яһайҙар.
Оҙаҡ айҙар ныҡышмалы күнегеүҙәр, Рәсәй һәм төбәк кимәлендәге ярыштарҙа, Рәсәй, Европа беренселегендә, йыл һайын Октябрьский ҡалаһында үткән спорт акробатикаһы буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыу һәм уңышлы сығыш яһау был еңеүгә алып килде.
Тренер Олеся Муллағәлиева һүҙҙәренсә, Анастасия Чаганова һәм Никита Игнатьев бик һәйбәт сығыш яһаны, иҫ киткес техника, сығыш яһау оҫталығын күрһәтте, уларға ни бары тәжрибә етмәгәндер.
«Беренсе урын алған һәм өсөнсө йыл рәттән сығыш яһаған Бөйөк Британия акробаттарына ҡаршы тороу – бик ҡатмарлы бурыс», — тип билдәне тренер.
http://www.bashinform.ru/news/1145104-bashkirskie-sportsmeny-iz-oktyabrskogo-zavoevali-serebro-pervenstva-mira-po-sportivnoy-akrobatike/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика