06:40 (UTC+5), 17 Апреля 2018

«Нефтсе» стадионының биҙәлеше үҙгәрәсәк

Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәй футбол премьер-лигаһы логотибын алмаштыра. Лиганың яңы визуаль стиле интернет-платоформаларҙа, наградаларҙа һәм стадион биҙәлешендә барлыҡҡа киләсәк. Үҙгәрештәр «Өфө» клубына һәм уның «Нефтсе» стадионына ла ҡағыласаҡ.
«2018-2019 йылдар миҙгелен Рәсәйҙең төп футбол турниры илдең алдынғы дизайн-студияларының береһе «Артемий Лебедев студияһы» әҙерләгән яңы логотип менән башлай», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй футбол премьер-лигаһының матбуғат хеҙмәтендә.
Дизайнерҙар Рәсәй премьер-лигаһының яңы логотибы менән 15 апрелдә таныштырҙы. Улар нигеҙ итеп боронғо Рәсәйҙ символын – дәрт менән янып торған күҙле айыуҙы алған.
Әлеге ваҡытта «Өфө» футбол клубы премьер-лига таблицаһында алтынсы урында тора. Сергей Семактың тәрбиәләнеүселәре 15 апрелдә өйҙә Мәскәү ЦСКА-һы менән һөҙөмтәле тигеҙ иҫәпкә уйнаны (1:1). Ағымдағы миҙгелдә «өфөләр» тағы дүрт уйын үткәрә: 22 апрелдә лига лидеры «Локомотив» менән ҡунаҡта, 30 апрелдә «Нефтсе» стадионында «СКА-Хабаровск» командаһы менән, 7 майҙа Ҡазанда «Рубин» һәм 13 майҙа Өфөлә «Тосно» менән.
http://www.bashinform.ru/news/1144694-na-ufimskom-stadione-neftyanik-izmenitsya-oformlenie/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика