04:20 (UTC+5), 16 Апреля 2018

«Өфө» үҙ майҙанында Мәскәүҙең ЦСКА-һы менән тигеҙ иҫәпкә уйнаны

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәй футбол премьер-лигаһындағы 26-сы тур уйынын ике ярышташ та көрәш менән башланы. «Нефтсе» стадионы трибуналары йышыраҡ уны майҙан үҙәгендә күҙәтте. «Өфө» һәм ЦСКА хәүефле мәлдәр менән алмашынды, әммә беренсе таймдың икенсе яртыһында Виктор Гончаренконың тәрбиәләнеүселәре хужаларҙың ҡапҡаһын ҡыҫып алды: Башҡортостан командаһы ҡапҡасыһы Александр Беленов ныҡ ярҙам итте һәм Мәскәү «әрмеселәренең» Англия «Арсенал»ы менән ҡаты алыштан һуң арығанлығы һиҙелде.
Осрашыуҙың 41-се минутында «өфөләр» ниһайәт уңышҡа өлгәште һәм Игорь Акинфеевтың ҡапҡаһын ҡыйратты: Дмитрий Стоцкий аҙашы Сысуевҡа һәйбәт пас биреп, ул комбинацияны уңышлы тамамланы – 1:0.
Икенсе таймда командалар тағы ла әүҙемләште. Мәскәүҙең ЦСКА-һының икенсе һулышы асылды һәм 78-се минутта туп ҡунаҡтарҙың Нигерия һөжүм итеүсеһе Әхмәт Мусеға килеп эләкте, ул уйында иҫәпте тигеҙләне – 1:1.
11 меңдән ашыу көйәрмән «Өфө» футболсыларына «Гол кәрәк!» тип ҡысҡырҙы. Мәлдәр булды, ләкин Акинфеевтың ҡапҡаһы икенсегә асылманы.
http://www.bashinform.ru/news/1144400-ufa-na-domashnem-pole-vnichyu-sygrala-s-moskovskim-tsska/
1 из 13
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика