06:45 (UTC+5), 12 Апреля 2018

Рәсәй чемпионатының 26 турының «Өфө» - «ЦСКА» уйынына билеттарҙы стадион кассаларында һәм онлайн алырға мөмкин

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Йәкшәмбе, 15 апрелдә, Башҡортостандың баш ҡалаһын футбол байрамы көтә. «Нефтсе» стадионында «Өфө» командаһы Рәсәй чемпионатының 26-сы туры сиктәрендә Мәскәүҙең ЦСКА-һын ҡабул итә.
Футбол эксперттары алдағы Өфө һәм Мәскәү алышын тренерҙар көрәше тип атай. Республиканың баш ҡалаһындағы майҙанда Башҡортостан клубының элекке остазы Виктор Гончаренконың һәм хәҙерге тренеры Сергей Семактың тәрбиәләнеүселәре осрашасаҡ.
Көйәрмәндәргә Рәсәй футбол Премьер-лигаһының 26-сы турының Өфөләге уйынына билеттарҙы «Нефтсе» стадионы кассаларында һәм онлайн һатып алырға була. Хаҡтар 200 һумдан башлана һәм 600 һумға етә. Уйын урындағы ваҡыт буйынса киске 7-се яртыла башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1142934-bilety-na-match-26-tura-rfpl-ufa-tsska-mozhno-priobresti-v-kassakh-stadiona-i-onlayn/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика