Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Апрель 2018, 12:00

Башҡортостан йөҙөүсеһе Полина Егорова Стокгольмда халыҡ-ара турнирҙа көмөш призер булды

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Стокгольмда (Швеция) йөҙөү буйынса халыҡ-ара турнир тамамланды. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан Полина Егорова ҡатнашты.
Турнир йомғаҡтарына ярашлы, ул 200 метрлыҡ арауыҡҡа арҡала йөҙөү буйынса ярышта көмөш миҙал яуланы. Беренсе урында — ватандашыбыҙ Дарья Устинова. Өсөнсөлә — Шарлотта Эванс (Великобритания), тип хәбәр итә Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
http://www.bashinform.ru/news/1142096-bashkirskaya-plovchikha-polina-egorova-stala-serebryanym-prizerom-mezhdunarodnogo-turnira-v-stokgolm/
Читайте нас: