06:05 (UTC+5), 05 Апреля 2018

Башҡортостандан тхэквондо оҫталары Волга буйы федераль округы чемпионатында 14 алтын миҙал яуланы

Марат Кәйүмов
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Һамар ҡалаһында тхэквондо буйынса Волга буйы федераль округы чемпионаты һәм беренселеге һәм Рәсәй Тхэквондо ассоциацияһының төҫлө билбауҙар фестивале үтте. Сарала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға сәләмләү телмәре менән Рәсәй Тхэквондо ассоциацияһы президенты Дамир Хәлилов, Һамар өлкәһенең спорт министры урынбаҫары Лидиә Рогожинская мөрәжәғәт итте. Ярыштарҙы ойоштороусы Валерий Берков Башҡортостандың Бөтә стилдәге тхэквондо федерацияһы етәксеһе Фәғит Латыповҡа һәм башҡа активистарға «Волга буйы федераль округында тхэквондо үҫешенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн» Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Башҡортостандың Бөтә стилдәге тхэквондо федерацияһының йыйылма командаһына тхэквондо буйынса республиканың XXVI чемпионаты һәм беренселеге призерҙары һәм еңеүселәре ингән. Беҙҙең республиканан 34 тәрбиәләнеүсе сығыш яһаны. Башҡортостан командаһы 14 беренсе урын, 9 икенсе һәм шунса уҡ өсөнсө урын алды.
Был турнир апрель аҙағында Мәскәүҙә үтәсәк Рәсәй чемпионатына һәм беренселегенә һайлап алыу этабы булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Бөтә стилдәге тхэквондо федерацияһының матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1139519-mastera-tkhekvondo-iz-bashkirii-zavoevali-14-zolotykh-medaley-na-chempionate-pfo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика