08:30 (UTC+5), 05 Апрель 2018

Башҡортостан хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Василевский Милли хоккей лигаһында көндөң беренсе йондоҙо булды

асыҡ сығанаҡ
асыҡ сығанаҡ
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Милли хоккей лигаһы сираттағы уйын көнөнә йомғаҡ яһаны, тип хәбәр итә sports.ru.
«Тампа» ҡапҡасыһы Андрей Василевский «Бостон»ға ҡаршы матчта шатаут (4:0) менән 33 кире ҡайтарылған шайбала тәүге йондоҙ тип танылды.
Икенсе йондоҙ – «Рейнджерс»ҡа (5:2) ҡаршы уйында 4 (2+2) мәрәй менән «Нью-Джерси» форварды Тэйлор Холл.
Өсөнсө йондоҙ – «Филадельфия»ға (5:4) ҡаршы матчта 3 (2+1) мәрәй менән «Айлендерс» форварды Мэтью Барзэл.
Андрей Василевсикй – Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Милли хоккей лигаһының «Тампа-Бэй Лайтнинг» клубы уйынсыһы. 2012 йылда йәштәр араһында Донъя чемпионатының көмөш призеры, 2013 һәм 2014 йылдарҙа йәштәр араһында һәм 2011 йылда юниорҙар араһында Донъя чемпионатының бронза призеры. 2013/2014 миҙгелдә Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһында Рәсәй чемпионатының көмөш призеры. 2014 йылда донъя чемпионы һәм Хөрмәт ордены кавалеры.
http://www.bashinform.ru/news/1139322-vospitannik-bashkirskogo-khokkeya-andrey-vasilevskiy-stal-pervoy-zvezdoy-dnya-nkhl/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика