03:04 (UTC+5), 03 Апреля 2018

Даниэле Баньоли «Урал» менән килешеүҙе оҙайтты

«Урал» волейбол клубы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Италия тренеры Даниэле Баньоли «Урал» волейбол клубы менән эшләүен дауам итә. 64 йәшлек белгес Өфө клубы менән киләһе миҙгелдең аҙағына тиклем иҫәпләнгән яңы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
«Урал»ға Баньоли 2017 йылдың йәйендә килгәйне. Ул саҡта тренер бер йылға килешеү төҙөнө. Уҙған миҙгелдә команда туғыҙынсы урынды алды.
2007-2009 йылдарҙа Баньоли Мәскәүҙең «Динамо»һында эшләне. Уның етәкселегендәге команда ил чемпионы булды (2008), шулай уҡ Рәсәй кубогын (2008) һәм суперкубогын (2008) яуланы. 2009-2010 йылдарҙа Баньоли Рәсәй йыйылмаһын етәкләне. Ул ваҡытта милли команда Донъя лигаһында көмөш һәм бронза миҙалға, Европа чемпионатында (2009) — дүртенсе, донъя чемпионатында (2010) иһә бишенсе булды.
«Урал»ға тиклем итальян «Латина» командаһының баш тренеры булып эшләне.
http://www.bashinform.ru/news/1137828-daniele-banoli-prodlil-kontrakt-s-uralom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика