08:00 (UTC+5), 02 Апреля 2018

Республикала Рәсәй Йәштәр хоккей лигаһы беренселегенең финалы үтә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 4-14 апрелдә Туймазы ҡалаһында, С.Н. Ғимаев исемендәге «Туймазы-Арена» универсаль спорт боҙ комплексында 18 йәшкәсә үҫмерҙәр араһында Рәсәй Йәштәр хоккей лигаһы беренселегенең финалы үтә.
Боҙға илдең 10 иң билдәле командаһы, үҙ йәшендә иң яҡшыларҙың-яҡшыһы сығыуы көтөлә. Улар араһында – «ЦСКА-Мәскәү», «Русь» (Мәскәү), «Нефтехимик» (Түбәнге Кама), «Авто-Спартаковец» (Екатеринбург), «Аҡ Барыҫ» (Ҡазан), «Югра» (Ханты-Мансийск), «Витязь» (Подольск). Бәйгелә шулай уҡ Себер-Алыҫ көнсығыш федераль округынан ике команда һәм Дәүләт олимпия резервы учреждениеһы командаһы (Ярославль) ҡатнашасаҡ. Белгестәрҙең баһаһы буйынса, уйындар бик сағыу һәм йөкмәткеле буласаҡ. Командалар Йәштәр хоккей лигаһында беренсе урын һәм үҙҙәрен Рәсәйҙең Йәштәр йыйылмаһына лайыҡлы уйынсылар итеп күрһәтеү өсөн көрөшергә ниәтләнә. Төрлө йылдарҙа уның рәтендә иҫ киткес хоккейсылар, буласаҡ йондоҙҙар: Александр Овечкин, Евгений Кузнецов, Никита Кучеров, Илья Ковальчук, Михаил Григоренко торҙо. Рәсәйҙең Йәштәр йыйылмаһы өс тапҡыр донъя чемпионы булды.
Һәр көн боҙ майҙансығында 4-5-шәр уйын үтәсәк, уларҙы бөтә теләүселәр ҙә ҡарай ала. Бынан тыш, беренселек ирекмәндәренең һәм иң әүҙем көйәрмәндәрҙең «Туймазы-Арена» универсаль спорт боҙ комплексы уҙғарған конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1137698-v-bashkirii-proydet-final-pervenstva-yunosheskoy-khokkeynoy-ligi-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика