08:36 (UTC+5), 30 Марта 2018

Өфөлә олимпия чемпионы Александр Карелин көрәш буйынса оҫталыҡ дәресе бирә

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өс тапҡыр олимпия чемпионы Александр Карелин спорт йүнәлешендәге 5-се республика мәктәп-интернаты уҡыусылары өсөн күнекмәләр үткәрә (Чкалов урамы, 110). Легендар спортсы үҙенең оҫталыҡ серҙәре менән бүлешә, йәш көрәшселәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә.
Сараны уҙғарыу урыны осраҡлы һайланмаған. 5-се республика спорт интернат-мәктәбе үҙ тарихында төрлө спорт төрҙәрендә юғары класлы йөҙҙәрсә атлет тәрбиәләгән. Яңы уҡыу йылында грек-рим көрәше секцияһында үҙгәрештәр булды. Унда халыҡ-ара класлы спорт мастеры Дамир Әхмәтйәнов һәм Рәсәйҙең спорт мастеры Владимир Бикбаев етәкселегендә Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан тыш, Ырымбур өлкәһенән 30-ҙан ашыу спортсы шөғөлләнә. Уларҙың күптәре республика, округ һәм ил күләмендәге ярыштарҙа сығыш яһау тәжрибәһенә эйә.
Оҫталыҡ дәресе шишәмбе, 3 апрелдә, уҙа. Иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1136514-v-ufe-olimpiyskiy-chempion-aleksandr-karelin-provedet-master-klass-po-borbe/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика