08:50 (UTC+5), 29 Марта 2018

«Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры Континенталь хоккей лигаһы идараһы составына инде

«Салауат Юлаев» хоккей клубы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 28 мартта Мәскәүҙә Континеталь хоккей лигаһының директорҙар Советы ултырышы уҙҙы, унда идара составы һайланды. Дмитрий Чернышенко рәйес вазифаһында ҡалды, ә «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры Таһир Ибраһимов лига идараһы составына инде. Был 2020 йылға тиклем ғәмәлдә.
Ултырышта совет ағзалары Континеталь хоккей лигаһында «эш хаҡы сиген» билдәләне. Шулай итеп, киләһе, ун беренсе миҙгелдә матди дәртләндереүҙең максималь күләме — 850 миллион һум + сикте арттырған өсөн 20% штраф; 2019/2020 йылдар миҙгелендә — 800 миллион һум + арттырған өсөн 30% штраф; 2020/2021 йылдарҙа — 900 миллион һум («ҡаты» сик).
«Клубтар эшенең асыҡлығын һәм һөҙөмтәлелеген арттырып, шулай уҡ финанс Fair Play принциптарын ғәмәлгә ашырып, Лига клубтарҙың финанс эшмәкәрлеген контролдә тотоу комитетын ойошторҙо. Комитеттың төп бурыстары – клубтарҙың коммерция һөҙөмтәлелеген күтәреүҙә ярҙам һәм уларҙың финанс тотороҡлоғон арттырыу», — тиелә белдереүҙә.
Шулай уҡ Континеталь хоккей лигаһы директорҙары Советында киләһе миҙгелдәге мөһим ваҡиғаларҙың датаһы билдәләнде. «Хоккей йондоҙҙары аҙналығы»н Татарстан ҡабул итә: «Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы йондоҙҙары матчы» һәм «Йәштәр хоккей лигаһы саҡырыу кубогы» — Түбәнге Камала, «Континенталь хоккей лигаһы мастер-шоуы» һәм «Йондоҙҙар матчы» Ҡазанда үтә.
«Континенталь хоккей лигаһының 2018/19 йылғы миҙгеле 1 сентябрҙә башлана. Плей-офтың беренсе раундында бер көндә Көнбайыштан һәм Көнсығыштан ике пар уйнай, икенсе көндә — башҡа парҙар. Уйындар көн аша уҙа», — тип хәбәр иттеләр Континеталь хоккей лигаһының матбуғат хеҙмәтенән.
Лиганың 11-се миҙгелендә Европа хоккей турының өс этабынан һәр береһенә биш көнлөк паузалар ҡаралған. Шулай уҡ идара Континеталь хоккей лигаһында командалар һанын 25-кә тиклем кәметте: Тольяттиҙың «Лада»һы һәм Ханты-Мансиҙың «Югра»һы урынһыҙ ҡалды.
Киләһе миҙгелдә КХЛ клубтары 60-ҡа яҡын уйын уҙғара. Географик күршеләр һәм принципиаль күршеләр араһында уйындар күберәк була.
http://www.bashinform.ru/news/1136125-gendirektor-khk-salavat-yulaev-voshel-v-sostav-pravleniya-kkhl-dve-komandy-isklyucheny-iz-ligi-i-ust/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика