Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
82.85
-0.48
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Март 2018, 11:50

«Салауат Юлаев» Силәбенең «Трактор»ына еңелде һәм Гагарин кубогы өсөн көрәштән төшөп ҡалды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы менән Силәбенең «Трактор»ы араһында серияның хәл иткес етенсе уйыны Кемероволағы янғын ҡорбандарын иҫкә алыуға арналған бер минут тынлыҡтан башланды. «Өфө-Арена»һында был көндө күңел асыу саралары булманы. Әммә ул туп-тулы трибуналарға Өфө командаһын алға «ҡыуырға» ҡамасауламаны.
Тәүге осорҙа Линус Умарк башҡарыуында гол иң матур мәл булды. Швед легионеры «Трактор»ҙың бер нисә уйынсыһын, шул иҫәптән Франция ҡапҡасыһын отто.
Әммә «юлаевсылар» өҫтөнлөктө һаҡлай алманы. Беренсе уйын өлөшө тамамланыуға ике минут ҡалғас Скривенс ҡапҡаһына шайбаны Рихард Гюнге индерҙе. «Салауат Юлаев»тың тренерҙар штабына офсайд төҫлө тойолдо. Ләкин видеояҙма «һәйбәт гол» күрһәтте.
Икенсе осор дауамында ике команданың да алға сығырға мөмкинлектәре булды, әммә уны Силәбе командаһы ғына ғәмәлгә ашыра алды. Тәнәфескә тиклем ике минут ҡалғас Григорий Панин штраф хаҡы менән ҡунаҡтарҙың һөжүмен боҙҙо, силәбеләр тиҙ арала күпселек менән файҙаланып, уйында алға сыҡты. Иҫәп – 1:2. Шайбаны үҙ иҫәбенә Линус Виделль яҙҙы (һөҙөмтәлә ул еңеү шайбаһы булды).
Өсөнсө осорҙа өфөләр, ҡыуып барыусы ролендә, һөжүм итергә мәжбүр булды. Әммә Силәбе оборонаһы ҡаты торҙо. Бер мәлдә «Трактор»ҙың тренеры ҡыҙған «Арена»ны һыуытыр өсөн 30 секундлыҡ тәнәфес алды.
Уйын аҙағына ике минут ҡалғас Эркка Вестерлунд уйынды овертаймға күсереү һәм серияны ҡотҡарыу ышанысы менән Скривенсты алтынсы уйынсыға алмаштырҙы. Әммә «юлаевсыларҙың» әүҙемлегенә ҡарамаҫтан, иҫәпте тигеҙләп булманы.
«Салауат Юлаев» миҙгелде тамамланы, «Трактор» Көнсығыш финалында Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ы менән уйнай.
http://www.bashinform.ru/news/1135443-salavat-yulaev-proigral-chelyabinskomu-traktoru-i-vybyl-iz-borby-za-kubok-gagarina/
Автор:Дарья Петрова
Читайте нас: