11:43 (UTC+5), 27 Март 2018

Яҡташыбыҙ Европа кубогында призер булды

vechorka.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәтагентлығы, Әлим Фәйезов/. Португалияла 21 йәшкәсә егеттәр араһында дзюдо буйынса Европа кубогы тамамланды. Унда донъяның 25 иленән 455 дзюдосы ҡатнашты. Иҫәбендә дүрт алтын, бер көмөш һәм өс бронза миҙал булған Рәсәй командаһы беренсе урынды алды. Милли йыйылма составында Туймазы ҡалаһы көрәшсеһе Артур Камалов та бар ине. Ул 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында сығыш яһап, бронза миҙал яуланы. Артур Камалов Мозамбик, Испания һәм Италия спортсылары менән көрәшеп, шәхси беренселектә бронза призер булды, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1134970-dzyudoist-iz-bashkirii-stal-prizerom-kubka-evropy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика