05:45 (UTC+5), 20 Март 2018

Өфөлә 300-ләгән көрәшсе тхеквондо буйынса ярыштарҙа ҡатнашты

Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә тхэквондо буйынса асыҡ чемпионат һәм Башҡортостан беренселеге үтте. Ярыштар ИТФ төрө буйынса уҙғарылды һәм Башҡортостан спортсыларында ғына түгел, сиктәш төбәктәр: Татарстан, Удмуртия республикалары, Һамар, Свердловск һәм Ырымбур өлкәләре көрәшселәренда лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Республиканың Тхэнвон-До (ИТФ) федерацияһы ярыш һайын байтаҡ ҡатнашыусылар йыя. Был юлы ла «Нефтсе» спорт комплексы залына 300-ләгән спортсы йыйылды.
Турнирҙы ойоштороусылар йыл һайын уны мөмкин тиклем конкурентлы итергә тырыша. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән спортсыларҙың ҡатнашыуы ярыштарға сифат өҫтәй. Нәҡ ошо шарттарҙа оҫталыҡ һәм тәжрибә үҫә. Спортсының бурысы – мөмкин тиклем уңышлы сығыш яһау һәм миҙал яуларға тырышыу. Кемгәлер асыҡ чемпионат һәм Башҡортостан беренселеге – спорт карьераһында беренсе баҫҡыс, ә ҡайһы берәүҙәр өсөн – киләсәктә артабанғы үрҙе алыу өсөн үҙеңде хәрби шарттарҙа һынап ҡарау мөмкинлеге ул.
Был ярыштар үҙеңде һынап ҡарау, республиканан Евразия ярыштарында лайыҡлы сығыш яһау өсөн әҙерлек кимәлен баһалау мөмкинлеге бирә, тип билдәләне тхэквондо буйынса Башҡортостан йыйылмаһы ағзаһы Шахбоз Хаджаев.
«Беҙ Өфөлә 14-17 майҙа Спорт һарайында үтәсәк беренсе Евразия уйындарына спортсылар һайларға тырышабыҙ. Шулай уҡ Тхэвондо-До федерацияһы унда тулы составта ҡатнаша. Беҙҙең спорт төрөн был ярыштарҙа бөтөн матурлығында күрһәтербеҙ тип уйлайым», – тине Башҡортостандың Тхэквон-До федерацияһы президенты Руслан Нәбиуллин.
Хәрби сәнғәттәр буйынса Евразия уйындарында иң яҡшылар сығыш яһарға тейеш. Әлегә Федерацияға Өфө турниры һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан йыйылмаһы составын уйларға кәрәк була. Рәсми булмаған команда зачетында хужалар беренсе булды. Бер аҙ кәм наградаларҙы Нефтекаманан һәм Ҡалтасы районынан тхэквондо менән шөғөлләнеүселәр яуланы.
http://www.bashinform.ru/news/1131640-v-ufe-okolo-300-boytsov-prinyali-uchastie-v-sorevnovaniyakh-po-tkhekvondo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика