Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Март 2018, 17:10
«Салауат Юлаев» хоккей клубының йәш көйәрмәндәре Рәсәй Президентын һайлауҙа әүҙем булғандары өсөн бүләктәр алды
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 18 мартта Өфөлә «Һайлауҙар-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә «Салауат Юлаев» хоккей клубы ойошторған конкурс еңеүселәрен бүләкләнеләр. Бүләкләү өсөн Өфө командаһының 18 йәшлек көйәрмәндәрен: Кристина Ростованы, Айрат Нуретдиновты, Эрик Хәбибовты һәм Азамат Хасаяновты саҡырҙылар.
«Һайлау участкаһына килеп, Рәсәй Президенты өсөн тауыш биреү – һәр кемдең гражданлыҡ бурысы, тип уйлайбыҙ, — тине йәш көйәрмән Азамат Хасаянов. — Мин тауыш бирҙем дә инде. Беҙ, йәш быуын булараҡ, һайлауҙарҙа мотлаҡ ҡатнашырға тейеш, сөнки киләсәк беҙҙең ҡулда».
Шулай уҡ бүләкләүҙә Өфөнөң «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы һәм Рәсәй йыйылмаһы ҡапҡасыһы Анна Пругова булды. 24 йәшлек хоккейсы рәсәйҙәрҙең байтағы илебеҙ президенты өсөн тауыш бирергә килер һәм дөрөҫ аҙым яһар тигән ышаныс белдерҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1130136-yunye-bolelshchiki-khk-salavat-yulaev-za-aktivnost-na-vyborakh-prezidenta-rf-poluchil-podarki-/
Автор:
Наталья Овчарук
Теги:
салауат юлаев
һайлауҙар-2018
Читайте нас: