12:54 (UTC+5), 15 Марта 2018

Межгорьела спорт комплексынан һуң бассейн һәм саңғы-роллер трассаһы төҙөлә

Станислав Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. Межгорьела реконструкциянан һуң универсаль спорт комплексы асылды. Ул «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына — 100 объект» республика программаһына ярашлы ремонтланған.
Хәрби төҙөүселәр һалған спорт комплексы күптән иҫкергән. 2013 йылда бойондороҡһоҙ экспертиза уны хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн яраҡһыҙ тип тапты. Шул арҡала халыҡтың 30 процентҡа яҡыны спорт менән шөғөлләнә алманы. Ҡала халҡы ярҙам һорап Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт иткәс, республика башлығы ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
Реконструкцияның хаҡы 108,7 миллион һум тәшкил итте. Һуңғы 10 йылда был - ҡалала төҙөлгән тәүге объект, бынан алдағыһы торлаҡ ине.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына спорт комплексы директоры Виктор Никифорук һөйләүенсә, бинаға өсөнсө ҡатты өҫтәп төҙөгәндәр, шуның һөҙөмтәһендә уның майҙаны һиҙелерлек артҡан.
— Универсаль спорт залы эшләй, унда бер үк ваҡытта бадминтон өсөн һигеҙ майҙансыҡ, волейбол, баскетбол һәм футбол майҙансыҡтары, тренажер һәм көрөш залдары, саңғы базаһы эшләй ала. Майҙансыҡ республика һәм бөтә Рәсәй ярыштарын үткәреү стандарттарына тап килә, — Виктор Никифорук.
Межгорье хакимиәте башлығы Виктор Панченко әйтеүенсә, ҡала тағы бер социаль объект – бассейн төҙөүгә ғариза биргән, киләһе йылғы бюджетта шулай уҡ заманса саңғы-роллер трассаһы төҙөлөшө һалынған.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда республиканың 100 йыллығы уңайынан 21 объектты төҙөүҙе һәм реконструкциялауҙы тамамлау күҙаллана. Быйыл Стәрлетамаҡта — 1225, Баҡалы ауылында 825 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө тамамланырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1128594-vsled-za-sportkompleksom-v-mezhgore-postroyat-basseyn-i-lyzherollernuyu-trassu-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика