08:25 (UTC+5), 15 Марта 2018

Башҡортостандан 10 йәшлек малай футбол буйынса Рәсәй йыйылмаһынан бүләк аласаҡ

«Балалар хыялы» проекты
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Белорет районының Инйәр ауылынан 10 йәшлек Данил Корниенко футбол буйынса Рәсәй йыйылмаһы уйынсыларына күптәнге хыялы тураһында яҙған. Малай спорт ярата һәм яңыраҡ футбол секцияһына яҙылған. Әммә уҡыусы күнекмәләргә йыш ҡына һуңлай, сөнки спорт комплексы уның өйөнән ике саҡрым алыҫта урынлашҡан, ә ауыл буйлап йәмәғәт транспорты йөрөмәй.
Данил «Балалар хыялы» проекты сиктәрендә милли команда футболсыларына йәйгеһен күнекмәләргә үҙ велосипедында йөрөү хыялы менән уртаҡлашты.
«Хәҙер ҡыш, саңғыларым бар, ә бына велосипедым бәләкәй булып ҡалды. Берәйһе хыялымды тормошҡа ашыра алһа һәм хәтәр шәп велик бүләк итһә, мин бик шат булыр инем, сөнки ул миңә ныҡ ярҙам итәсәк һәм мин яратҡан футболыма һуңламай йөрөйәсәкмен», — тип яҙған йәш хыял итеүсе.
Данилдың хыялы тормошҡа ашты – уның хаты «Балалар хыялы» проектының 121 финалсыһы иҫәбенә инде һәм оҙаҡламай ул футбол буйынса Рәсәй йыйылмаһынан велосипед аласаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1128180-10-letniy-malchik-iz-bashkirii-poluchit-podarok-ot-sbornoy-rossii-po-futbolu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика