11:25 (UTC+5), 13 Март 2018

Башҡортостан көрәшселәре Саранскиҙа грек-рим көрәше буйынса Волга буйы федераль округы беренселегенән туғыҙ миҙал алып ҡайтты

Грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан федерацияһы
Грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан федерацияһы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Саранскиҙа грек-рим көрәше буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге тамамланды. 350-нән ашыу спортсы Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғына көрәште. Башҡортостан исеменән Октябрьскиҙан, Өфөнән, Нефтекаманан һәм Белореттан 30-лаған спортсы ҡатнашты.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса улар туғыҙ миҙал яуланы. 32 килограмм ауырлыҡ категорияһында Айнур Сәйетов ярыш алдынғыһы булды. Көмөш награда алыусылар – Хаважи Бакаев (57кг) һәм Артем Путенихин (92кг). Тәүге өс еңеүсе исемлегенә Максим Ганя (41кг), Назыр Хашакиев (52кг), Эрик Шамилов (52кг), Владик Пермяков (62кг), Тамаз Дотки (68кг), Владислав Панков (75кг) инде, тип хәбәр итте Грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан федерацияһы матбуғат секретары Елена Ледяйкина.
Грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан йыйылмаһының өлкән тренеры Илдар Карипов егеттәрҙең уңышлы сығыш яһауын билдәләне.
«Спортсыларҙың һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәтмен, уларҙың күбеһе көслө ярышташтар менән алышты, уларҙы ышаныслы еңде. Күп кенә бронза призерҙар юғары пробалы миҙалға дәғүә итә алды, әммә уларға аҙ ғына етмәне. Финалдар ҡыҙыҡлы булды. Рәсәй ярыштарында ла көрәшселәребеҙ лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтер тип ышанам. Әҙерләнәсәкбеҙ», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты йыйылма остазы.
Турнир еңеүселәре һәм призерҙар 16-20 майҙа Элистала үтәсәк Рәсәй беренселегендә еңеү өсөн көрәшәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1127290-bortsy-bashkirii-privezli-devyat-medaley-s-pervenstva-pfo-po-greko-rimskoy-borbe-v-saranske-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика