10:53 (UTC+5), 02 Марта 2018

Рөстәм Хәмитов Данил Лысенконы еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында еңеүе менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бейеклеккә һикереү буйынса Рәсәй спортсыһына ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Бөрө егете Данил Лысенко бина эсендә еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яуланы.
Унда былай тиелә:
«Хөрмәтле Данил Сергеевич! Бирменгемда еңел атлетика буйынса ҡышҡы донъя чемпионатында бейеклеккә һикереүҙә алтын миҙал алыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым!
Һеҙҙең еңеүегеҙ – Башҡортостандың еңел атлеттары өсөн иң юғары ҡаҙаныш. Был Рәсәй спорты өсөн бик мөһим. Беҙ һеҙҙең уңыштарығыҙ менән ихлас ғорурланабыҙ. Ошо миҙал юғары кимәлдәге ярыштарҙа яңы еңеүҙәргә әйҙәһен.
Һеҙгә һәм тренерығыҙ Евгений Петрович Загорулькоға ныҡлы һаулыҡ, именлек, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың спорт данын арттырыуҙа уңыштар теләйем!»
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 мартта бейеклеккә һикереү буйынса ярыштарҙың финалында нейтраль флаг аҫтында сығыш яһаған Данил Лысенко алтын миҙал яуланы. Былтыр Бөрө спортсыһы Лондондағы донъя чемпионатында көмөш призёр булғайны.
http://www.bashinform.ru/news/1123977-rustem-khamitov-pozdravil-danila-lysenko-s-pobedoy-na-chempionate-mira-po-lyegkoy-atletike/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика