05:20 (UTC+5), 01 Марта 2018

Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зубаревҡа «Дуҫлыҡ Ордены»н тапшырҙылар

Стоп-кадр видео
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Шаршамбы, 28 февралдә, Кремлдә тантаналы шарттарҙа Рәсәй президенты Владимир Путин Пхёнчхандағы XXIII Ҡышҡы Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары менән осрашты һәм уларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Уйындарҙа алтын миҙал яулаусы Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зубарев дәүләт башлығынан «Дуҫлыҡ Ордены»н алды.
«Миллионлаған Рәсәй көйәрмәне өсөн хоккейҙағы еңеүебеҙ ҙә, һис шикһеҙ, ҙур бүләк булды. Ысынында иһә, милли боҙ дружинаһы беҙҙе, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, бер аҙ тулҡанлындарҙы, әммә шулай ҙа көс туплап, күптән көтөлгән Олимпия миҙалын алды», — тине Владимир Путин.
Башҡортостандың «Салауат Юлаев» командаһынан сыҡҡан Андрей Зубарев шулай уҡ 4 миллион һум һәм BMW X6 автомобиле менән бүләкләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан Өфө шорт-трексыһы Семен Елистратовҡа Олимпия «бронзаһы» өсөн Владимир Путин икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалын тапшырҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1123051-vospitanniku-ufimskogo-khokkeya-andreyu-zubarevu-vruchili-orden-druzhby/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика