Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Февраль 2018, 09:30

Рәсәй хоккейсылары 26 йыл эсендә тәүгә Олимпиадала еңеү яуланы

PETTER ARVIDSON/imago sportfotodienst
PETTER ARVIDSON/imago sportfotodienst
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙән олимпия атлеттары хоккей командаһы Олимпиадала еңеү яуланы. Рәсәй йыйылмаһы ҡапҡаһын Василий Кошечкин һаҡланы.
Илебеҙ хоккейсылары һуңғы тапҡыр алтынды 1992 йылғы ҡышҡы Олимпиадала алды. Ул саҡта Уйындарҙа шулай уҡ олимпия флагы аҫтында сығыш яһаусы Берләшкән команда еңде.
2018 йылғы финалда Рәсәйҙән олимпия атлеттары Германия командаһы менән уйнаны. Матчтың төп ваҡыты 3:3 тигеҙ иҫәп менән тамамланды. Овертаймда еңеү шайбаһын «Салауат Юлаев»тың элекке уйынсыһы, йәш һөжүм итеүсе Кирилл Капризов индерҙе.
Немецтарға ҡаршы еңеү матчында «Салауат Юлаев»тың тағы ла бер тәрбиәләнеүсеһе, хәҙер СКА өсөн сығыш яһаусы, һаҡсы Андрей Зубарев уйнаны.
Уйында иҫәпте Вячеслав Войнов асып ебәрҙе. Ул беренсе осор тамамланыуға ярты секунд ҡалғас шайба индерҙе. Икенсе осорҙа Феликс Шютцтың тырышлығына күрә Германия уйынсылары иҫәпте тигеҙләй алды.
Өсөнсө осорҙа Никита Гусев рәсәйҙәрҙе алға сығарҙы, әммә 10 секундтан уҡ немецтар яуап атакаһында йәнә иҫәпте тигеҙләне. Уйын тамамланыуға өс минут ҡалғас Йонас Мюллер Германияны алға алып сыҡты.
Был шайбанан һуң шунда уҡ Сергей Калининды штрафсылар эскәмйәһенә оҙаттылар, матчтың ҡалған өлөшөн Рәсәй йыйылмаһына әҙселектә уйнарға тура килде. Рәсәй тренеры Олег Знарок тигеҙ составта уйнар өсөн ҡапҡасыны алды. Һуңғы минутта Никита иҫәпте тигеҙләне. Олимпиадалағы финал матчы овертайм менән тамамланды.
Уйындың өҫтәмә өлөшөндә Кирилл Капризов күпселектә Рәсәйҙән олимпия атлеттары йыйылмаһына олимпия алтынын алып килде.
Был Олимпиадала Рәсәй хоккейсылары B төркөмөндә беренсе урын алып, тура сирекфиналға сыҡты. Төркөм этабында рәсәйҙәр башта Словакияға 2:3 иҫәбе менән еңелде, һуңынан Словенияны 8:2 иҫәбе менән тар-мар итте һәм американдарҙы 4:0 иҫәбе менән еңде. Сирекфиналда рәсәйҙәр Норвегияға сыҡты һәм 6:1 иҫәбе менән отто, ә ярымфиналда Чехияны 3:0 менән еңде.
Германия хоккейсылары өсөн Пхёнчхандағы Олимпиада тарихта иң яҡшыһы булды. Алдан немецтар ике тапҡыр Уйын призерҙары иҫәбенә инә алды, әммә ике тапҡыр ҙа бронза яуланы. Олимпиада финалында Германия йыйылмаһы тәүгә уйнаны.
http://www.bashinform.ru/news/1121241-vpervye-za-26-let-rossiyskie-khokkeisty-vyigrali-olimpiadu/
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: