07:30 (UTC+5), 22 Февраля 2018

«Юлаевсы» Бен Скривенс йәрәхәт алған, әммә Олимпиадала ярымфиналға сыҡҡан

Инстаграм
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 21 февралдә Көньяҡ Кореяла Олимпиаданың сирекфиналында Канада һәм Финляндияның ир-егеттәр йыйылмалары осрашты. Көйәрмәндәрҙе көсөргәнешле уйын көттө. Уйын һөҙөмтәһе аҙағынаса билдәһеҙ булды. Һөҙөмтәлә ярымфиналға «саған япрағы» командаһы сыҡты, финдарҙы 1:0 иҫәбе менән отоп. Канада уйынсылары еңеү голын өсөнсө осор уртаһында индерҙе. Әммә быға тиклем уйында Өфөләге «Салауат Юлаев» клубы ҡапҡасыһы Бен Скривенс ҡатнашлығында хәл-ваҡиға булып үтте.
Икенсе егерме минут башында голкипер Финляндия һөжүм итеүсеһе Вели-Матти менән бәрелгәндән йәрәхәт алып, сисенеү бүлмәһенә китте. Унан һуң Канада йыйылмаһы ҡапҡаһын Кевин Пулин һаҡларға сыҡты.
«Салауат»тың Финляндия легионерҙары Йонас Кемпайне һәм Теему Хартикайнен Башҡортостандың баш ҡалаһына ҡайты. Скривенс әлегә Канада йыйылмаһында ҡала: ярымфинал матчында ул Германия командаһы менән осрашасаҡ. Әлегә ҡапҡасаның һаулығы хаҡында бер ниндәй хәбәр юҡ.
Ярымфиналда Рәсәй хоккейсылары Чехия йыйылмаһы менән уйнай.
http://www.bashinform.ru/news/1120569-yulaevets-ben-skrivens-poluchil-travmu-no-vyshel-v-polufinal-olimpiady-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика