09:05 (UTC+5), 22 Февраля 2018

Өфөлә майҙаны 700 квадрат метрлыҡ яңы спорт комплексы асылды

Graviton
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Мини-футбол, кроссфит, һауа акробатикаһы, волейбол, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү майҙансыҡтары. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн майҙаны 700 квадрат метрлыҡ Graviton спорт комплексында ошоларҙың барыһы ла бар.
Быға тиклем төҙөкләндерелгән бинала тимер-бетон изделиелар заводы урынлашҡан булған. Бөгөн бында балалар һәм өлкәндәр сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыла.
«Проекттың төп өҫтөнлөктәренең береһе — уның «Нур театры» һәм «Ростов» ҡала автотранспорты туҡталыштары эргәһендә, шулай уҡ кварталда башҡа спорт-күңел асыу йүнәлештәренең күп булыуында, был ғаилә ағзаларының һәммәһенең дә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирә», — тип һөйләнеләр спорт комплексы хаҡында етәкселәр.
Graviton комплексына килгән кешеләр өсөн спорт инвентары, кейенеү бүлмәләре, шкафтар, душ бүлмәләре һәм ял итеү урыны ҡаралған. Был үҙәкте ярыштар һәм күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыу өсөн файҙаланырға мөмкин. Тиҙҙән бында балалар өсөн спорт секцияларын асыу күҙаллана.
Graviton спорт комплексының адресы: Ростов урамы. 18.
http://www.bashinform.ru/news/1120498-v-ufe-otkrylsya-novyy-sportkompleks-ploshchadyu-700-kv-metrov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика