05:40 (UTC+5), 21 Февраля 2018

Өфө егете Антон Бабиков партнерҙары менән Олимпиадала ҡатнаш эстафетала 9-сы урын алды

РИА Яңылыҡтар, Алексей Филиппов
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәй биатлонсыһы Көньяҡ Кореяла Олимпиадала «ҡатнаш эстафета» дисциплинаһында туғыҙынсы урын алды. Рәсәй йыйылмаһында өсөнсө этапта Антон Бабиков ҡатнашты. Уға Ульяна Кайшева, Татьяна Акимова һәм Матвей Елисеев ярҙам итте.
Француздар (Мари Дорен-Абер, Анаи Бескон, Симона Дестьё һәм Мартен Фуркад) «алтын» яуланы, Норвегия командаһы (Марте Олсбу, Тириль Экхофф, Йоханнес Бё, Эмиль Хегле Свендсен) – «көмөш», итальяндар (Лиза Виттоцци, Доротея Вирер, Лукас Хофер, Доминик Виндиш) бронза алды.
«Алыш менән ҡәнәғәтмен. Әлбиттә, күпкә юғары урын теләгәйнем. Тәүге өскә көрәшә алыуыбыҙға ышандым. Сиктә хата ебәрмәһәк, килеп сығыр ине. Бөтәһе лә күтәренке рухта ярышты. Бер кем дә: тәүге һигеҙҙә булһаҡ, беҙҙең өсөн яҡшы була тигән уй менән сыҡманы. Ярышташтарҙың командалары дәрәжәле, әммә беҙ тырыштыҡ. Ҡыҙыҡһыныу оҙаҡ һаҡланды», — тине эстафетанан һуң Антон Бабиков.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй атлеттары йыйылмаһы өсөн Пхёнчхандағы Уйындарҙа биатлонда был һуңғы дисциплина булды.
http://www.bashinform.ru/news/1119935-ufimets-anton-babikov-s-partnerami-zanyal-9-mesto-na-olimpiade-v-smeshannoy-estafete/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика