09:00 (UTC+5), 19 Февраль 2018

Республиканан йәш армрестлер Екатеринбургта Рәсәй беренселегендә өс алтын миҙал яуланы

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың Балтас районынан 16 йәшлек спортсы Рәдим Ғәлиуллин Екатеринбургта армрестлинг буйынса Рәсәй беренселегендә йәштәр араһында өс алтын миҙал яуланы. Республиканан йәш армрестлер еңелеүҙәрһеҙ ил беренселеге финалына үтте. Хәл иткес мәлдә лә ҡаушап ҡалманы. Башҡа төбәктәрҙән ярышташтарын уң, һуң ҡулдарҙа һәм икебәйгелә еңде.
«Ярыштарҙан һуң хис-тойғоларым күкрәгемдән урғылып сығып килә ине. Был алыштарҙа иғтибарымды тик бер юҫыҡҡа йүнәлттем, өҫтәл артында нимә эшләргә кәрәклеген белдем», — тине Рәдим.
«Башинформ» агентлығы журналисына Балтас районы балалар спорт мәктәбе директоры һәм спортсы тренеры Айваз Сафетдинов һөйләүенсә, уның тәрбиәләнеүсеһе 14-16 йәш һәм 45 килограмм ауырлыҡ категорияһында иң яҡшыһы булды.
«Рәдим армрестлинг менән ике йыл шөғөлләнә, әммә ошондай ҙур ярыштарҙа был уның тәүге уңышы. Бөтә алыштар ҙа бер минуттан артманы. Иң мөһиме, ул һәм был юлы еңелгән егеттәр бирешеп ҡалмаһын һәм артабан да шөғөлләнһен ине», — тип билдәләне тренер.
Екатеринбургта ярыштарҙа илдең төрлө төбәгенән 700-ләгән спортсы ҡатнашты. Өлкән спортсылар алтын миҙал менән бергә май аҙағында Болгарияла үтәсәк Европа чемпионатына юллама алды.
http://www.bashinform.ru/news/1118653-yunyy-armrestler-bashkirii-zavoeval-shest-zolotykh-medali-na-pervenstve-rossii-v-ekaterinburge/
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика