14:32 (UTC+5), 14 Февраля 2018

Төбәктә «Рәсәй саңғы юлы» ярышына 50 меңдән ашыу кеше ҡушылды

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда йыл һайын ойошторолған «Рәсәй саңғы юлы» ярышына ошо спорт төрөн үҙ иткән 50 меңдән ашыу кеше йыйылды. Сара өлкәндәрҙе һәм үҫеп килгән йәш быуынды даими рәүештә саңғы шыуыуға йәлеп итеү өсөн уҙғарыла.
«Республикала төп майҙансыҡ итеп Өфө һайланды. «Аҡбуҙат» ипподромында, Баланов урман паркында, «Водник» стадионында уҙған саңғы ярыштарында ете мең самаһы кеше ҡатнашты. Туймазы районында һәм Салауатта өс меңдән ашыу саңғы ярыштарын үҙ итеүселәр йыйылды», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
«Рәсәй саңғы юлы»на Бүздәк, Краснокама, Благовещен, Иглин, Стәрлебаш, Учалы, Шишмә, Саҡмағош райондары, шулай уҡ Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары спортсылары һәм һәүәҫкәрҙәре лә ҡушылды, бер меңдән алып өс меңгә тиклем кеше стартҡа баҫты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостанда уҙғарылған саңғы ярыштарында 44 мең кеше ҡатнашҡайны.
http://www.bashinform.ru/news/1116525-k-vserossiyskoy-massovoy-gonke-lyzhnya-rossii-prisoedinilis-bolee-50-tysyach-zhiteley-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика