07:00 (UTC+5), 14 Февраля 2018

Омскиҙа аяҡтарын юғалтҡан Башҡортостан һалдаты Швецияла алтын яуланы

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өс йыл элек Омск эргәһендә казарма емерелгәндә ҡаты йәрәхәттәр алған Башҡортостандан Рөстәм Нәбиев Мәскәү өлкәһенең «Феникс» командаһында Швецияла следж-хоккей буйынса Европа ярыштарында алтын миҙал яуланы.
Был дисциплинала донъяның алты иленән йәмғеһе ете команда ҡатнашты. «Феникс» спортсылары турнирҙа 28 шайба индерҙе, тик берәү генә үткәрҙе.
«Был ярыштарҙа биш уйында ҡатнаштыҡ. Үҙебеҙҙең «В» төркөмөндә беренсе урын алғандан һуң, ярымфиналда Германия командаһы менән осраштыҡ, уларҙы 4:0 иҫәбе менән еңдек.
Финалда Словакия командаһы менән уйнаныҡ, уны ла еңдек, быныһында иһә ҙур иҫәп менән – 8:1.
Бындай ярыштарҙа финалда шайба индереү күпте тора, шуға мин быны ныҡ эшләһем килде. Күрәһең, теләгем ныҡ ҙур булған, сөнки өсөнсө осор аҙағына ярышташтың ҡапҡаһына һигеҙенсе шайбаны оҙаттым, шуның менән был матчҡа нөктә ҡуйҙым, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рөстәм Нәбиев. — Үҙемә ҡуйған төп бурысты үтәнем, мин быға бик шатмын! Был алтын миҙалды ҡыҙыма, Софияға, бағышлайым!»
http://www.bashinform.ru/news/1116668-rustam-nabiev-poteryavshiy-nogi-posle-tragedii-v-omske-zavoeval-zoloto-v-shvetsii/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика