07:29 (UTC+5), 13 Февраля 2018

Семён Елистратовҡа Олимпиадала бронза миҙал яулаған өсөн аҡсалата бүләк ҡаралған

tass.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Олимпия уйындарының бронза призеры Семён Елистратовҡа Башҡортостандан 500 мең һум күләмендә финанс ярҙамы ҡаралған. 2017 йылдың 11 декабрендә республика башлығы призлы урындар алған Башҡортостан спортсыларын һәм уларҙың тренерҙарын аҡсалата бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйғайны. 2017-2021 йылдарҙа донъя һәм Европа беренселектәрендә, кубоктарҙа, чемпионаттарҙа, Олимпия, Паралимпия, Сурдолимпия, үҫмерҙәр уйындарында бүләкләү күләме билдәләнгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенән.
Олимпия уйындарында еңгән өсөн республика спортсыға — 1,5 миллион, көмөш миҙал өсөн — 1 миллион, бронза өсөн 500 мең һум түләй.
Йәйге һәм ҡышҡы Олимпия, Паралимпия, Сурдолимпия һәм үҫмерҙәр уйындарында, донъя һәм Европа беренселектәрендә, кубоктарҙа, чемпионаттарҙа ҡатнашып, бер йәки бер нисә призлы урын яулаған спортсының тренерын спортсы алған аҡсалата ярҙам күләменән 50% күләмендә бүләкләү ҡаралған.
http://www.bashinform.ru/news/1115945-semyen-elistratov-poluchit-denezhnoe-voznagrazhdenie-za-bronzovuyu-medal-v-kopilku-olimpiyskikh-atle/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика