11:00 (UTC+5), 13 Февраль 2018

Еркебулан Сейдахмет «Өфө» футбол клубы менән оҙайлы килешеү төҙөнө

«Өфө» футбол клубы
«Өфө» футбол клубы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 12 февралдә Ҡаҙағстандың Тараз ҡалаһындағы «Монтажник» клубы тәрбиәләнеүсеһе Еркебулан Сейдахмет «Өфө» футбол клубы менән оҙаҡ ваҡытлы килешеү төҙөнө. Ошо хаҡта Башҡортостан командаһының рәсми сайтында хәбәр ителә.
Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, башта Ҡаҙағстан һөжүм итеүсеһен Кипрға «өфөләрҙең» күнекмәләренә саҡырҙылар. Унда контроль уйындарҙа Сейдахмет «Өфө» өсөн бер нисә гол индерҙе.
Уҙған көндәрҙә 158 йәшлек футболсы агенты менән бергә медицина тикшеренеү үтергә һәм яңы команда менән килешеү төҙөргә Башҡортостандың баш ҡалаһына килде.
«Өфө»гә эләгеүемә бик шатмын һәм рәхмәтлемен. Бында бик изге күңелле кешеләр һәм матур ҡала», — тип «Башинформ» агентлығы менән уртаҡлашты Еркебулан Сейдахмет.
«Өфө» уйынсылары һәм тренерҙар штабы Еркебулан Сейдахметты тәүге көндән алып, уны Башҡортостан коллективында «Лео» тип йөрөтә. Был ҡушамат «Ҡаҙаҡ Мессийы»нан яһалма һүҙ. Өфөләрҙең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, шулай тип уны Гранаткин-2017 мемориалында үҙе хаҡында белдергәс, уны иң яҡшы һөжүм итеүсе тип танығандан һуң, Голландия журналистары атаған.
2017 йылда Сейдахмет өлкәндәр футболында уйнай башлай. Ҡаҙағстан Премьер-лигаһында «Тараз» өсөн 15 матчта бер тапҡыр туп индергән һәм бер тапҡыр һөҙөмтәле туп тапшырған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 февралдә «Өфө» Испанияға һуңғы күнекмәләргә юл ала. Футбол буйынса Рәсәй чемпионатының яҙғы өлөшөнөң беренсе уйынын өфөләр 4 мартта Мәскәү «Динамо»һы менән уйнай. Осрашыу «Нефтсе» стадионында үтәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1115989-erkebulan-seydakhmet-podpisal-dolgosrochnyy-kontrakt-s-fk-ufa/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика