04:25 (UTC+5), 12 Февраля 2018

Рөстәм Хәмитов Семён Елистратовты Олимпиадала Рәсәйҙең тәүге миҙалы менән ҡотланы

РИА Яңылыҡтар
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша шорт-трексы Семён Елистратовты бронза миҙалы менән ҡотланы. Ул 2018 йылғы ҡышҡы Олимпиадала Рәсәй атлеттары өсөн беренсе награда булды.
Рөстәм Хәмитов бөтә республика халҡы исеменән спортсыға уңышлы сығышы өсөн рәхмәт әйтте һәм уға алдағы старттарҙа ла уңыштар һәм еңеүҙәр теләне.
- Һеҙҙең менән бөтөн Башҡортостан ғорурлана. Беҙ һеҙҙе ҡотлайбыҙ, – тине төбәк Башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көньяҡ Кореяның Пхёнчхан ҡалаһында XXIII ҡышҡы Олимпия уйындарында Өфө егете Семён Елистратов шорт-трек буйынса 1500 метр арауыҡҡа финал йүгерештә өсөнсө булып килде һәм бронза миҙал яуланы. Был уның өсөн Олимпиадала икенсе награда – 2014 йылда Сочиҙа үткән Уйындарҙа ул эстафетала алтын алды.
http://www.bashinform.ru/news/1115345-rustem-khamitov-pozdravil-semyena-elistratova-s-pervoy-rossiyskoy-medalyu-na-olimpiade-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика