17:41 (UTC+5), 09 Февраль 2018

Өфөлә «Рәсәй саңғы юлы 2018» ярышы уҙғарыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 10 февралдә Башҡортостанда «Рәсәй саңғы юлы 2018» ярышы ойошторола. Республикала төп майҙан итеп Өфө һайланған. Ярыш «Аҡбуҙат» ипподромында уҙғарыла. Сараны асыу тантанаһы — көндөҙгө сәғәт 12-гә, ҡатнашыусыларҙы бүләкләү 3-сө 20 минутҡа билдәләнгән.
Ярышта теләгән һәр кем: профессиональ спортсылар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың һәр категорияһы өсөн тейешле арауыҡтар ҡаралған. Шуныһы мөһим: ярышҡа табиптан рөхсәт алғандар һәм тейешле физик әҙерлеге булғандар ғына килергә тейеш.
Ҡатнашыусы сифатында район һәм ҡала хакимиәттәрендә, шулай уҡ сара ойошторолған урында теркәлергә мөмкин, ләкин бының өсөн алданыраҡ килергә кәрәк, тип билдәләнеләр Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Ярыштың маҡсаты — өлкәндәрҙе һәм йәштәрҙе саңғыла шыуырға йәлеп итеү, халыҡ араһында физик культураны һәм спортты пропагандалау.
Сараны ойоштороусылар — Рәсәйҙең Спорт министрлығы, Саңғы ярыштары федерацияһы, ил субъекттарының физик культура һәм спорт өлкәһендә башҡарма власть органдары.
Белешмә. «Рәсәй саңғы юлы» 1982 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла. Унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. 2016 йылда Башҡортостанда ярышта 44 мең кеше ҡатнашһа, 2017 йылда иһә ошо һан 50 мең кешегә етте.
http://www.bashinform.ru/news/1114726-gonka-lyzhnya-rossii-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика