03:50 (UTC+5), 08 Февраля 2018

Баш ҡалала үткән Рәсәй кубогы этабы спринтында Гараничев менән Нечкасова еңде

Рәсәй Биатлонсылар союзы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Шаршамбы, 7 февралдә, Башҡортостандың баш ҡалаһында биатлон буйынса Рәсәй кубогының бишенсе этабы башланды. Беренсе еңеүселәр ҙә асыҡланды.
Рәсәй Биатлонсылар союзы хәбәрҙәре буйынса, ир-егеттәр араһында 10 саҡрымға спринтта Төмән өлкәһенән Евгений Гараничев «алтын» яуланы. Спортсы ике тапҡыр яҙа атты һәм 25.40,5 ваҡыт күрһәтте. Икенсе баҫҡысҡа Ханты-Манси автономия округынан Семен Сучилов күтәрелде, өсөнсө урын Башҡортостандан Александр Бабчинға тейҙе.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 7,5 саҡрымға спринтта Түбәнге Новгород биатлонсыһы Галина Нечкасова алтын миҙал алды. Уның яҡташы Ләйсән Бикташева – икенсе, Ханты-Манси автономия округынан Анастасия Морозова өсөнсө урын яуланы.
http://www.bashinform.ru/news/1114161-sprint-na-etape-kubka-rossii-v-ufe-vyigrali-garanichev-i-nechkasova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика