Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль 2018, 08:00

Башҡортостан студенты кикбоксинг буйынса Рәсәй студенттары союзы чемпионаты еңеүсеһе булды

БашДУ-ның Сибай институты матбуғат хеҙмәте
БашДУ-ның Сибай институты матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Силәбелә белем биреү ойошмалары студенттары араһында кикбоксинг буйынса Рәсәй студенттары спорт союзы чемпионаты тамамланды. К-1 бүлегендә 91 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты юридик факультетының 4-се курс студенты Иван Цыплаков беренсе урын алды.
Кикбоксинг буйынса Рәсәй студенттары спорт союзы чемпионатында һәм беренселегендә дөйөм зачетта Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты өсөнсө урын алды һәм Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығының Почет грамотаһы һәм Кубогы менән бүләкләнде. Еңеүселәргә наградаларҙы Рәсәй Кикбоксинг федерацияһы президенты Вадим Украинцев тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1113337-student-iz-bashkirii-stal-pobeditelem-chempionata-rossiyskogo-studencheskogo-soyuza-po-kikboksingu/
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: