12:25 (UTC+5), 06 Февраля 2018

Башҡортостанда Волга буйы федераль округында ҡатнашыу өсөн көслө көрәшселәр асыҡланды

Башҡортостандың Грек-рим көрәше федерацияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Волга буйы федераль округында ҡатнашыу өсөн көслө көрәшселәр асыҡланды. Октябрьскийҙа билдәле тренер Дмитрий Данилов иҫтәлегенә егеттәр араһында грек-рим көрәше буйынса ярыштар уҙҙы.
Турнирҙы ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙың күп булыуын билдәләне. Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Нефтекама, Белорет һәм башҡа ҡалаларҙан 200-ҙән ашыу спортсы Волга буйы федераль округы беренселегенә юллама өсөн көс һынашты.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса тәүге тапҡыр иң яҡшы муниципалит билдәләнде. Быйыл ошо исемгә Октябрьский ҡалаһы лайыҡ булды, уның вәкилдәре беренсе урын яуланы, тип хәбәр итте Башҡортостан Грек-рим көрәше федерацияһының матбуғат секретары Елена Ледяйкина.
Ярыш йомғаҡтары буйынса шәхси беренселектә Өфөләге спорт көрәше буйынса Олимпия резервындағы спорт мәктәбе вәкилдәре еңеүсе булды. Икенсе урында — турнир хужалары. Өсөнсөлә иһә Нефтекама көрәшселәре.
Турнирҙа еңеүселәр һәм призерҙар грек-рим көрәше буйынса Волга буйы федераль округы беренселегенә юллана. Сара март айында Саранскиҙа уҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1113461-v-bashkirii-vyyavili-silneyshikh-bortsov-dlya-uchastiya-v-pervenstve-pfo-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика